Талантлы актриса Әлфирә Йосопова юбилей бенефисына саҡыра

17 сентябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопованың бенефисы үтә. Актрисаның юбилейы уңайынан сәхнәгә Ярослава Пулинович әҫәре буйынса ҡуйылған «Һағыштарым тулы ғазаптарым...» спектакле сығарыла.

Сәхнә әҫәренең ҡуйыусы режиссеры Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов. Ижади коллектив тамашасыға ауыр яҙмыш һынауҙарына ҡарамаҫтан, тормошҡа һөйөүе һүрелмәгән Эльза исемле героиняның тормошон бәйән итә. Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты буйынса ҡуйылған.

Фото №1 - Талантлы актриса Әлфирә Йосопова юбилей бенефисына саҡыра

Гөлдәриә Йосопова.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ