Яңы Балаҡатай – Билән автомобиль юлына капиталь ремонт талап ителә

Юл таулы ер аша үтә. Республиканы Екатеринбург ҡалаһы менән тоташтырыусы трасса аша йөк автомобилдәре һәм пассажир траспорты ағымы ла арта.

Ҡышын тауҙарҙы артыла алмаған фуралар туҡтарға мәжбүр була, бәйләнеш булмаған ерҙәрҙә водителдәргә йәйәүләп яҡындағы ауылға ярҙам һорап барырға тура килә. Район үҙәгенә һәм Екатеринбургҡа йомош менән ошо юлдан йөрөүселәр ҙә, водителдәр ҙә бөтә уңайлыҡтары булған сифатлы асфальт юл һалыуҙарын көтә.

2018 йылда проект-тикшереү эштәре башҡарылған, экспертиза үткәрелгән. Яңы-Балаҡатай менән Билән араһындағы 17 cаҡрым юлды тәртипкә килтереүгә республика бюджетынан 350 миллион һум аҡса талап ителә.

Александр Туркин, водитель

Асфальт түшәү, юлдың профилен төҙәтеү, тигеҙләү эштәре – бөтәһе лә проектҡа индерелгән. Юл участкаһына асфальт түшәү йөк  үтеүен арттырасаҡ, үҙ сиратында был район ҡаҙнаһына күберәк аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк, төбәк үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Валерий Зверев, Балаҡатай районы хакимиәтенең иҡтисад һәм инвестициялар бүлеге мөдире
Фото №1 - Яңы Балаҡатай – Билән автомобиль юлына капиталь ремонт талап ителә

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ