Буласаҡ пилоттарҙы тәрбиәләп. Башҡортостанда кадет корпусында уҡыусы егеттәр һауа судноһы менән идара итергә өйрәнә. Һуңғы ун йыл эсендә Өфө авиация уҡытыу-методика үҙәге тәүге тапҡыр республика башлығы грантына лайыҡ була. Граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән субсидия ярҙамында Первушин аэродромы майҙанында практик дәрестәр үтә. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Өфөлә кадет корпусында белем алыусы Илнар Әхмәтов 16 йәшендә самолет йөрөтөргә өйрәнә. Бәләкәйҙән пилот булырға теләгән үҫмер дүрт йыл элек Саҡмағош районынан баш ҡалаға уҡырға килгән. Теоретик дәрестәрҙе яҡшы билдәләргә үҙләштергәс ул башҡа тиҫтерҙәре менән һауа судноһында осорға әҙерләнә.
Күктә осоуға төрлө күрһәткестәр – борт тышындағы тәбиғәт шарттары, пилоттың осоуға әҙерлеге, уның тәжрибәһе һәм белеме, һауа судноһының техник торошо ла үҙ йоғонтоһон яһай. Белгестәр, теоретик белемдән тыш самолетты йөрәк менән тойоу, ҡурҡмайынса ышаныслы идара итеү мөһим тигән фекерҙә.
Первушин аэродромында самолет йөрөтөргә өйрәнгән 30 егет республика кадет корпустарынан һайланып алына. Өфө авиация уҡыу-уҡытыу-методика үҙәге һуңғы 10 йыл эсендә тәүгә Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ була. Төбәктә граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән субсидияға Өфө, Ишембай, Мәләүез ҡалаһындағы кадет корпустарында белем алған егеттәр өсөн һауала практик дәрестәр үткәрелә.
Октябргә тиклем дауам иткән уҡыуҙарҙа кадеттар бер нисә маршрутты үҙләштереп, һауа судноһын оператив шарттарҙа төҙөкләндерергә өйрәнәсәк. Үҫмерҙәрҙе самолет менән идара итергә өйрәтеүсе тәжрибәле пилоттар әйтеүенсә, егеттәр һынауҙарҙы юғары баллға тапшыра. Улар үҫмер генә булһа ла, күк йөҙөнә һөйөү бала-саҡтан уҡ тәрбиәләнә.
Флорида Ким.




