Кинематография өлкәһендәге төбәк-ара премияның «Тамашасылар һөйөүе» призына Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы төшөрөлгән «Беренсе Республика» фильмы лайыҡ булды.
Абруйлы премияның еңеүселәрен билдәләү август аҙағында Ҡазанда үтте, ә бөгөн наградалар тантаналы рәүештә «Башҡортостан» киностудияһында фильмды төшөрөүселәргә тапшырылды. Ижади коллектив фекеренсә, «Беренсе Республика»ның был призды яулауы тәбиғи. Картинала башҡорт профессиональ сәнғәтенә, әҙәбиәтенә, драма һәм музыка театрына нигеҙ һалған күренекле шәхестәрҙең фажиғәле яҙмыштары ашатотош Республиканың тарихы сағылдырыла.
Геройҙарҙың тормошо ҡулға алыуҙар һәм репрессиялар һөҙөмтәһендә ҡырҡа үҙгәрә, ә күптәренең ғүмере 1938 йылдың 10 июлендә өҙөлә, нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр халыҡ дошманы тип атып үлтерелә.Уларҙың ғаиләләре лә аяныслы яҙмышҡа дусар була. Фильм йәш быуында тарихҡа һөйөү, ихтирам тәрбиәләү йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә һәм ул быуаттар дауамныда халыҡҡа хеҙмәт итәскә әле, ти ижади коллектив.
Әйткәндәй, быйыл «Беренсе Республика» тарихи-нәфис фильмының режиссеры Булат Йосопов һәм сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына ла тәҡдим ителгән.
Рәмзиә Кәримова.





