Сара сиктәрендә иртәгә милли кейем байрамы, «Ҡурайфест», «Этнотөн» һәм Надежда Бабкинаның Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны уҙа. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тамашасынының уңайлығын тәьмин итеү маҡсатында 150 өҫтәмә йәмәғәт транспорты ойоштороласаҡ. Улар концертан һуң пассажирҙарҙы баш ҡала биҫтәләренә ташыясаҡ. Маршруттар Пушкин урамы яҡлап Ғафури скверынан ҡуҙғала.
Шулай уҡ халыҡ-ара сәнғәт фестивале ойошторолоу менән бәйле Өфөнөң үҙәк өлөшөндә транспорт хәрәкәте сикләнә. Атап үткәндә, иртәгә көндөҙгө сәғәт 12-нән төнгө 1-гә тиклем Зәки Вәлиди, Ғафури, Пушкин һәм Аксаков урамдарының бер өлөшө ябыла. Был сикләүҙәр алдағы ял көндәрендә ғәмәлдә ҡала. Был ваҡытта йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһына үҙгәрештәр индерелә.
Илдар Байбулатов.





