Ул Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында уҙа. Конкурс Рәсәй мәғариф министрлығы ярҙамы менән “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проектына ярашлы бойомға ашырыла.
“Киләсәк уҡытыусыһы” һөнәри бәйгеһе “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының яңы проекты һанала. Беҙҙең менән тура элемтәлә хәбәрсебеҙ Ирек Әхмәтшин.





