Уларҙы эҙләү менән кинологтар, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр һәм полиция шөғөлләнә. 13 йәшлек Любовь Крашенинникова һәм 12 йәшлек Данил Глимянов кисә электричкала Өфөнән Иглингә юлланған, бынан һуң улар урманға ингән. Үҫмерҙәр ҡотҡарыусыларға шылтыратып, трассанан алыҫ булмаған һаҙлы ерҙә аҙашыуҙары тураһында белдергән. Шунан һуң бәйләнеш өҙөлгән. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларҙың полицияға шылтыратыуы һорала.





