“Милли кейемдә халыҡ мәҙәниәте сағылышы”

“Милли кейемдә халыҡ мәҙәниәте сағылышы”
Фото №1 - “Милли кейемдә халыҡ мәҙәниәте сағылышы”

Бөгөн Өфөлә ошо темаға түңәрәк өҫтәл үтте. Унда ғалимдар, сәнғәт белгестәре, милли кейем етештереүселәр ҡатнашты. Республика “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Гөлфиә Янбаева белдереүенсә, милли кейемгә иғтибар йылдан-йыл арта. Әммә кейем өлгөләрен теккәндә ҙур ғына хаталар яһала. Етешһеҙлектәр булмаһын өсөн ғалимдарҙың хеҙмәттәрен өйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләй Гөлфиә Янбаева.

“Милли кейемдә халыҡ мәҙәниәте сағылышы”

Милли кейем – әҡлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау. Милли кейем байрамы һәр төбәктә үтергә тейеш, тигән фекерҙә  Гөлфиә Янбаева. 

“Милли кейемдә халыҡ мәҙәниәте сағылышы”

Мили кейем темаһына түңәрәк өҫтәлде Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәҙәниәт министрлығы менән берлектә уҙғарҙы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ