Өфө үҙәгендә төрмә комплексын үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе ҡайтанан өйрәнелә

Өфө үҙәгендә төрмә комплексын үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе ҡайтанан өйрәнелә
Фото №1 - Өфө үҙәгендә төрмә комплексын үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе ҡайтанан өйрәнелә

Башҡортостанда Федераль яза башҡарыу хеҙмәте төбәк идаралығының яңы етәксеһе менән таныштырҙылар. Был вазифаға Владислав Дзюба тәғәйенләнде. Уға 44 йәш, Иркутск өлкәһендә тыуған. Быға тиклем Саха-Яҡут республикаһында эшләгән. Яңы етәксенең Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуында Өфөлә элекке тәфтиш изоляторын реконструкциялау мәсьәләһе күтәрелде. Владислав Дзюба билдәләүенсә, әле тейешле документтар өйрәнелә.

Өфө үҙәгендә төрмә комплексын үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе ҡайтанан өйрәнелә

         Өфө үҙәгенән төрмәне ҡала янына күсереү мәсьәләһе күптән ҡарала. Әммә финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле ул туҡтап ҡалды.

#тюрьма #уфсинрб

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ