Башҡортостанға сираттағы партия урта класлы йәмәғәт транспорты ҡайтарылды. Шур рәүешле «Башавтотранс» предприятиеһының техника паркы 80 процентҡа яңырҙы. Өфөлә иҫке автобустар ҡалманы тиерлек. Әммә яңырыу бының менән генә туҡтамаясаҡ. Сираттағы партия автобустар тапшырыу тантанаһынан БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.
«Вектор Некст» автобустарын хәҙер республикала йыш осратырға мөмкин. Урта ҙурлыҡтағы , йылғыр, ҡеүәтле техниканы йәмәғәтселек тә, водителдәр ҙә яратып өлгөрҙө. 30 йылдан ашыу руль әйләндергән Рәдиф Әбҡәйеров та автобустың тик ыңғай яҡтарын ғына билдәләй. Технологиялар заманында приборҙар ғына түгел, ә тотош донъя күҙ алдында, ти ул.
Бындай автобустар әле тотош Рәсәйҙә юҡ. Башҡортостанға Павлов заводының оҙонайтып эшләнгән тәүге партия автобустары килгән.
Алға картаһы менән ҡулланғанда был автобустарҙа юл йөрөү тағы ла уңайлыраҡ. Иҫәпләшеү ҙә тиҙерәк, арзанға ла сыға, ти кондукторҙар. Әйткәндәй, халыҡ та был мөмкинлектәрҙе көндән-көн киңерәк файҙалана башлаған.
Бөгөн ошондай илле автобус баш ҡала агломерацияһында халыҡты хеҙмәтләндереүгә сыға. Йыл башынан алып республикаға 245 йәмәғәт транспорты һатып алынған.
Йәмәғәт транспорты системаһын яңыртыу эше әле тамамланмай. Райондарҙа эшләгән техника ла алмаш талап итә. Былтыр республикаға төрлө класлы 478 автобус ҡайтарылһа, быйыл властар был һандарҙы уҙҙырырға иҫәп тота.
А.Кәбиров.





