Иртәгә Башҡортостанда район, ҡала һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау үтә

Ваҡытынан алда тауыш биреүселәр өсөн участкалар кисә иртәнге сәғәт һигеҙҙә асылды.

Өфөнөң 94-се лицейындағы 412-се һайлау участкаһы халыҡты ҡабул итергә әҙер. Гражданлыҡ бурысын үтәргә килеүселәрҙең башта температураһы үлсәнә, ҡулдар махсус шыйыҡса менән эшкәртелә. Шулай уҡ социаль дистанция һаҡлау өсөн һыҙаттар һыҙылған. Ваҡытынан алда тауыш бирергә килгән Елена Жижакина әлеге мөмкинлектәр хәүефһеҙлек яғынан бик уңайлы, тип иҫәпләй.

Был һайлауҙа минең дә тауышым иҫәпкә алынһын, тип килдем. Өҫтәүенә, бөгөн эш көнө, һайлау участкаһында кеше әҙ, тиҙ генә тауыш бирергә була.

Елена Жижакина, һайлаусы 

Был юлы һайлауҙа 2 миллион 200 меңдән ашыу кеше гражданлыҡ бурысын үтәр тип көтөлә. Участкаға килә алмаусылар өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙалана ала. Шулай уҡ 13 сентябрҙә республикала урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлау үтә. Әлегә участкаларҙа сират юҡ, әммә комиссия ағзалары ял көндәре тауыш биреүселәр күберәк булыр тип өмөтләнә.

Фото №1 - Иртәгә Башҡортостанда район, ҡала һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау үтә

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ