Сифатһыҙ эшләнгән капиталь ремонт һөҙөмтәһендә фатирҙа ямғыр яуа

Өфөнөң Яңы күпер урамы 25 адресы буйынса йәшәүселәр капиталь ремонттан һуң биш йыл буйы хәүеф аҫтында йәшәй. Сөнки түшәм ишелеп төшөүе мөмкин. Күп ҡатлы йортта бынан тыш проблемалар ҙа етерлек.

Бейек түшәмле бүлмәлә ямғыр яуған һайын ошондай күренеш. Күп һыу ағыуҙан мөйөш хатта тишелгән. Яңы күпер урамындағы 25-се йорттоң өсөнсө ҡатында йәшәүсе Фәрхетдиновтар ремонт яһап та ҡараған. Әммә файҙаһыҙ, сөнки йорт ҡыйығынан һыу ағып төшә. Ә бит унда 2015 йылда ғына капиталь ремонт үткән.

Мансур Фәрхетдинов фатирында ямғыр яуа башлағас та, ремонт өсөн яуаплы ведомстволарға мөрәжәғәт итеп ҡараған. Әммә һөҙөмтәһеҙ. Эш судҡа тиклем барып еткән. Уның ҡарары буйынса капиталь ремонт буйынса төбәк операторы ҡыйыҡ һәм түшәмде алыштырырға тейеш. Уның урынына улар Юғары судҡа опеляцияға биргән. Сифатһыҙ башҡарылған эш буйынса комментарий бирергә баш тарттылар. Йорттоң бер нисә көн элек подвалы ла канализация һыуы менән тулған. Был бысраҡ һыуға иһә беренсе ҡатта йәшәүселәр зарлана.

Өсөнсө торлаҡ участкаһы бөтөнләй икенсе мәғлүмәт бирә. Ике йыл элек улар торбаларҙы яңыртҡан. Ә подвалдың  канализация һыуы менән  тулыуына фатир хужалары үҙҙәре ғәйепле. 

Өфө уртаһында Яңы Күпер урамында 1950-се йылдарҙа сифатлы итеп һалынған был йортто архитектура ҡомартҡыһына тиңләргә мөмкин. Уны артабан да һаҡлап, тейешле кимәлдә тотоу кәрәк тә бит. Ғәйеп атта ла, тәртәләлә лә тиҙәр бындай осраҡта.

Фото №1 - Сифатһыҙ эшләнгән капиталь ремонт һөҙөмтәһендә фатирҙа ямғыр яуа

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ