Ил президенты ҡарары нигеҙендә ойошторолған мәғариф проекты 13 төбәктән йыйылған педагогтарҙы берләштерҙе. Түбәнге Новгород, Ырымбур, Һамар, Һарытау һәм башҡа өлкәләрҙән килгән уҡытыусылар Өфөлә өс көн дауам иткән конкурста көс һынашасаҡ. Еңеүселәргә Санкт-Петербургта үтәсәк бүләкләнәү тантанаһында һөнәри үҫеш өсөн уҡыуҙарға юллама тапшырыласаҡ.
«Киләсәк уҡытыусыһы» федераль проекты ике йыл элек ойошторола. Быйыл мәғариф конкурсында ҡатнашырға теләп илдең төрлө төбкәтәрендә йәшәүсе 39 меңдән ашыу уҡытыусы ғариза ебәрә, әммә 160 кеше генә финалға сыға. Сарала педагогтарҙың һөнәри белемен камиллаштырыу маҡсатында дебаттар, оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль уйындар үткәреү ҡаралған.
Флорида Ким.




