Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Мәғариф комплексы йөҙ йыллыҡ объекттарҙың береһе. Тантанала БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Был тантананы Ҡышлауйылға халҡы күптән көткән. Көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, байрам  яңы мәктәп алдындағы майҙанда ойошторолдо. Көҙҙөң һыуыҡ елен милли кейемдә бейеүсе  уҡыусылар, бәлки, һиҙмәгәндер ҙә. Быға тиклем уларға  ауылдың төрлө  урамында  урынлашҡан мәктәп биналары араһында йүгереп белем алырға  тура килгән.  80-се йылдарҙағыһы иҫкергәс, элекке мәктәп директоры Әмин Шәүәлиев 2003 йылда  яңыһын төҙөүҙе юллай башлаған.

Яңы мәктәпкә нигеҙ 2018 йылда һалынған. Ул Башҡортостандың йөҙ йыллыҡҡа йөҙ объекты программаһына индерелгән. 170 миллион һум аҡсаға ике ҡатлы мәғариф комплексы төҙөлгән.  

Мәктәп 120 урынға иҫәпләнгән. Һәр кабинет заманса йыһазландырылған. Ҙур спорт залы, икенсе ҡатта 80 урынлыҡ тамаша залы  бар.

Инвалид балалар өсөн лифт эшләнгән. Ашханала бөтәһе лә һуңғы талаптар буйынса. Бығаса  боронғонан ҡалған  шарттарҙа эшләгән уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн  дәрестәр заманса мөмкинлектәр менән асыла. 

Уҡыу бүлмәләренә һәм коридорҙа һауаны таҙартыусы 15 ҡоролма ҡуйылған. Ете рециркулятор республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан бүленгән. Һигеҙе йыһаз комплектында ҡаралған.

Кескәйҙәр иһә ҡалалағы һымаҡ бөтә шарттары булған баҡсаға йөрөүҙәре менән бәхетле. Алтмыш урынлыҡ мәктәпкәсә учреждение мәктәп менән бер ҡыйыҡ аҫтында.

Бөгөн Балтас районы Штәнде ауылында һәм яңы уҡыу йылы башында Чесноковкала ошондай мәғариф комплекстары асылды, Яңауылда коррекцион мәктәп файҙаланыуға тапшырылды. Йыл аҙағына тиклем үҙ ишектәрен 24 балалар баҡсаһы асасаҡ.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф министры

Мәктәп менән бергә, ауылға зәңгәр яғыулыҡ та килеп еткән. Ҡышлауйылға республика кимәлендә «Иң матур ауыл» номинацияһы еңеүсеһе лә. Ә яңы социаль учреждение яңы маҡсаттар менән йәшәргә башланғыс.  

Фото №1 - Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ