Башҡорт халыҡ костюмы дәүләт тарафынан яҡлауға мохтаж

Был тәҡдим Башҡортостан Милли музейында үткән конференция барышында әйтелде. Милли костюм көнө сиктәрендә ойошторолған сара тарих һәм мәҙәниәт өлкәһе белгестәрен, рәссам-модельерҙарҙы бергә йыйҙы. Түңәрәк өҫтәл артында халыҡ үҙенсәлеген һаҡлауға, уны үҫтереүгә бәйле докладтар тыңланды, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Сараны үҙенә күрә хаталар өҫтөндә эш тип атарға мөмкин. Түңәрәк өҫтәл һуңғы йылдарҙа милли костюм, биҙәүестәрҙе тергеҙеүҙә ебәрелгән аңлайышһыҙлыҡты бөтөрөүгә ҡайтып ҡалды. Сәхнә стиленә яраҡлаштырам тип, үтә лә замансалаштырып ебәреүҙәр йышайҙы. Һөҙөмтәлә, милли нағыштың төп нөсхәләренән ситләшеүҙәр күҙәтелә.

Уның ҡарауы, башҡорттар миҫалында башҡа халыҡтарҙа йәнлелек һиҙелә. Хатта, бер-бер артлы кейем, биҙәүестәрҙе бутауҙар, ҡул һуҙыуҙар ҙа теркәлә башланы. Быға тарихи фотолар, риүәйәт, халыҡ ижады менән ғөмүмән, нығытылыуҙары ла кәртә була алмай, күрәһең.

Бигерәк тә, төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына хас милли нағыш элементтарҙың сит-яттарға күсеүе күҙәтелә. Тамбурлы, йә иһә ҡайып сигелгән кейемдәрҙе генә миҫалға алғанда ла,  кейемдең төҙөлөшө, биҙәлешенең ҡатмарлығы, төҫтәрҙең ҡулланышы яғынан да башҡорттоҡон башҡа халыҡ менән бутау мөмкин түгел.

Сара һуңында резолюция ҡабул ителде. Фәнни дәлилдәр менән ҡайтанан китап сығарыу шуларҙың береһе. Бынан ары, башҡорт милли кейем, биҙәүес өлгөләре йәмғиәт яғынан ғына түгел, дәүләт тарафынан да яҡлау табыр тип көтөлә. Юғиһә, был эшкә бөгөндән тотонмағанда, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының француз яулығын башҡалар ябыныуы бар.

Фото №1 - Башҡорт халыҡ костюмы дәүләт тарафынан яҡлауға мохтаж

Азат Ғәлиуллин.

Волна
Акции БСТ