Бөгөн «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең икенсе көнө

 Сараның беренсе көнөн Милли кейемдәр парады, «ҠурайФест» һәм Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры биҙәне. Шулай уҡ сәхнәлә «Арғымаҡ» төркөмө, «Бишбармаҡ» оркестры сығыш яһаны. Тамашаның махсус ҡунаҡтары булараҡ Надежда Бабкина, «Бурановские бабушки» төркөмө һәм Пелагея сағыу сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Фестивалдең икенсе көнө Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Бөгөн «Ватан» этнопаркы амфитеатрында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы оркестры сығыш яһай. Шулай уҡ опера йырсыһы Любовь Казарновскаяның «Үлемһеҙ полк» проекты ла тамашасылар өсөн бик ҡыҙыҡлы булыр тип көтөлә. Ул билдәле музыкант Петр Дранга һәм «Вива» вокал төркөмө менән сығыш яһаясаҡ. Сараның хедлайнеры – Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов. Тамаша сағыу салют менән тамамланасаҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы күләмле мәҙәни сараны тура трансляцияла күрһәтә. «Евразия йөрәге» фестивален «Яңылыҡтар» сығарылышынан һуң ҡарағыҙ.

Фото №1 - Бөгөн «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең икенсе көнө

Әлфинә Килдейәрова.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ