2020 йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы исеме аҫтында үтә. Шуға урамдарҙы таҙа тотоу, юлдарҙы ремонтлау, ҡоймаларҙы тәртипкә килтереү – иғтибар үҙәгендә. Быйыл 2 мең 185 подъезды төҙөкләндереү ҡарала.
Әле план 70 процентҡа үтәлгән. “Башҡорт ихаталары” программаһы бөтә район һәм ҡалаларҙа тормошҡа ашырыла. Бөгөнгә 4 муниципалитетта – Краснокама, Салауат райондары, Октябрьский һәм Күмертау ҡалаларында эш тамамланған.





