Өс көн дауамында Волга буйы федераль округының 12 төбәгенән педагогтар һөнәри оҫталыҡта ярышты. Улар 45 командаға бүленеп көс һынашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса финалға 12 команда сыҡты.
Улар араһында Пермь крайынан – өс төркөм, Ырымбур, Татарстан, Түбәнге Новгородтан – икешәр, Башҡортостан, Пенза һәм Һамарҙан берәр команда булды. “Киләсәк уҡытыусыһы” проекты етәксеһе Андрей Богданцев әйтеүенсә, уҡытыусыларға командала ярышыу яңы алымдар ҡулланыуға мөмкинлек бирә.
“Киләсәк уҡытыусыһы” конкурсы “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.





