Проектҡа ярашлы, фатир хужалары теләге буйынса йомшаҡ ҡатлам түшәлгән балалар һәм спорт майҙансығы сафҡа инде. Бынан тыш, биләмәлә тротуарҙар, парковка яңыртылып, видеокүҙәтеү ҡоролмалары беркетелде. Тәртипкә килтерелгән бина янында сүп-сар өсөн урналар ҡуйылды. Ихатаны төҙөкләндереү өсөн республика бюджетынан 2 млн һум аҡса бүленә.
Балтас районы үҙәгендә яңы ял паркы ла асылды. Майҙанда балаларҙың физик мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн бөтә шартта тыуҙырылған. Уйындар майҙансығы, спорт комплексы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. 7 млн һумлыҡ социаль объект федераль программа буйынса төҙөлә.
Флорида Ким.




