Башҡортостан мәктәптәрендә Шайморатов кластары эшләй

Башҡортостан мәктәптәрендә Шайморатов кластары эшләй
Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәрендә Шайморатов кластары эшләй

Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән кластар өс белем биреү ойошмаһында булдырылды. Исемле кластар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, 44-се һәм 162-се полилингваль мәктәптәрҙә асылды. Класс бүлмәләрендә Шайморатов музейы, берҙәм мәктәп кейеме була, алдынғы уҡыусыларға “Йәш шайморатовсы” миҙалы бирелә. 162-се “Смарт” күп профилле полилингваль мәктәбе директоры Наил Әминев әйтеүенсә, әле Шайморатов класына ҡабул итеү бара.

Башҡортостан мәктәптәрендә Шайморатов кластары эшләй

         Шайморатовсыларҙы ҡабул итеү һәм ант биреү тантанаһын Республика көнө уңайынан үткәреү ҡаралған.

#школасмарт #шаймуратовцы

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ