Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников социаль учреждениеларға бөгөндән йылы биреү тәҡдим ителеүе хаҡында хәбәр итте.
Республика Башлығы һауа торошон күҙәтергә һәм ҡапыл һыуытып киткән осраҡта, йорттарға йылы бирергә ҡушты. “Былтыр ҡайһы бер биналарға йылы биреүҙә тотҡарлыҡтар булды, быйыл ошо хаталар ҡабатланмаһын”, - тине Радий Хәбиров.
Нормативҡа ярашлы, һауа температураһы 5 тәүлек дауамында 8 градус йылынан түбәнерәк булһа, күп ҡатлы йорттарға йылы бирелә башлай.
#оперативка #тепло #хабиров





