Бөгөн Ҡазанда Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Хәмдүнә Тимерғәлиеваны һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн Ҡазанда Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Хәмдүнә Тимерғәлиеваны һуңғы юлға оҙаттылар
Фото №1 - Бөгөн Ҡазанда Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Хәмдүнә Тимерғәлиеваны һуңғы юлға оҙаттылар

Радий Хәбиров йырсының туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Республика башлығы Хәмдүнә Тимерғәлиеваның яҡындарына, шулай уҡ Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановҡа телеграмма ебәрҙе. “Беҙ талантлы яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул татар һәм башҡорт сәхнәһенең яҡты йондоҙо булды. Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙының йырҙары хаҡлы рәүештә милли музыка сәнғәтенең алтын фондына индерелде. Бөгөн бөтә Башҡортостан халҡы оло ҡайғығыҙҙы уртаҡлаша. Хәмдүнә Тимерғәлиева тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр”, - тип билдәләнгән Радий Хәбиров. Танылған йырсы Ҡазандағы “Ҡурған” зыяратында ер ҡуйынына тапшырылды.  Хәбәрсебеҙ Зөһрә Арсаева яҙмаһы.

Бөгөн Ҡазанда Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Хәмдүнә Тимерғәлиеваны һуңғы юлға оҙаттылар
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ