Тантанала ғалимәнең яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары ҡатнашты. Улар эшһөйәр профессор хаҡында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Үҙе иҫән сағында уҡ ғалимәнең хеҙмәттәре илебеҙ фармокологияһының классикаһына әүерелә. Динә Наумовна етәкселегендә 12 фән докторы, 45 фән кандидаты әҙерләнә. Почетлы академикка хатта, үҙ балалары һәм ейәндәренә лә белем бирергә тура килгән. Улар араһында уңыш ҡаҙанған билдәле фән эшмәкәрҙәре лә бар.
Гүзәл Борханова.




