Уҡыу йортоноң Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында этнолингвистик мәҙәни экспедиция тамамланды.
Экспедицияла ҡатнашыусылар республиканың төньяҡ -көнбайышында урынлашҡан Асҡын, Ҡариҙел, Благовар, Саҡмағош райондарының төпкөл ауылдарында булып ерле диалектта аралашыусыларҙың тел үҙенсәлектәрен өйрәнгән. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарынан алып, был төбәкәтәрҙә етди тикшеренеүҙәр ойошторолмаған. Халыҡ менән осрашыуҙар фотоһүрәткә, видеояҙмаларға теркәлгән. Аҫаба халыҡтың тел хазиналары өлгөләрен йөрөтөүселәр менән аралашыу йәш ғалимдарҙы онотолмаҫ тәьҫораттар менән байытҡан.
Республика Башлығы гранты ярҙамында экспедицияларҙа бөтәһе 19 райондың тел, фольклор үҙенсәлектәре өйрәнеләсәк. Тупланған материал төньяҡ-көнбайыш райондарҙа башҡорт милли- мәҙәни берлеген һаҡлау маҡсатын да ҡуя. Экспедиция материалдары китапҡа тупланғандан һуң, улар менән киң йәмәғәтселек таныша аласаҡ.
Гүзәл Борханова.




