Мөнәжәт әйтеүселәр бәйгегә сыға

Мөнәжәт әйтеүселәр бәйгегә сыға

Сибай ҡалаһында Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы башланды. Быйыл ул онлайн тәртиптә уҙғарыла. Мөнәжәт әйтеү, нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнә.

Фото №1 - Мөнәжәт әйтеүселәр бәйгегә сыға

“Милли мәҙәниәттең һирәк башҡарылған жанрын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторолған конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала”, - ти билдәле сәсәниә, “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина.

Мөнәжәт әйтеүселәр бәйгегә сыға

Конкурс онлайн-режимда 16 октябргә тиклем дауам итә. Сара барышында “Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә мөнәжәт һәм нәсихәттәрҙең йоғонтоһо” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторола.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ