Эште туҡтатырға һәм ике көн эсендә техника сығарырға

Был урында бер ниндәй ҙә төҙөлөш булмаясаҡ. Радий Хәбиров баш ҡаланың Шота Руставели урамындағы торлаҡ төҙөлөшөндә барлыҡҡа килгән низағҡа нөктә ҡуйҙы. Төҙөлөш компанияһы менән урында йәшәүселәрҙең тартҡылашыуы ярты йылға яҡын барҙы. Ихатала 34 ҡатлы торлаҡ комплексы төҙөлөшөнә ҡаршы булыусылар Путинға ла мөрәжәғәт итте, Мәскәүҙә ҡыҙыл майҙанда ла митинг үткәрҙе, Өфө ҡалаһы хакимиәте алдында теҙләнделәр, хатта айырыуса әүҙемдәре ҡулға ла алынды. Бөгөн улар өсөн байрам һәм мәсьәләне хәл иткән республика етәксеһенә рәхмәттәр уҡый. Шота Руставели урамындағы 5-се йортта йәшәүселәр шатлығын БСТ каналының хәбәрселәре лә уртаҡлашты.

Дуҫлыҡ сыҡманы, күрше булырға ла яҙмаған. Ә бит яңы төҙөлә башлаған торлаҡ комплексы тап Дуҫтар-Күршеләр тип аталған. Күрәһең, матур исем һайлап ҡына төҙөлөш ойошмаһы халыҡтың дуҫтарса мөнәсәбәтен яуларға теләгән. Тик бына исем кешене йәмләмәүен, ә киреһенсә, булыуын онотҡандар. Һөҙөмтәлә килеп сыҡмаған күршеләр араһынан бесәй йүгереп үткән.

Бесәй йүгереп үтеү генә түгел, ә йортта йәшәүселәрҙең тормошо икегә айырыла башлаған. Эргәлә генә төҙөлөш эштәре йәнләнеү менән терелеп тигәндәй ултырған торлаҡта стеналарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Емереклектәр аҫтында ҡалыуҙан ҡурҡҡан халыҡ ҡарауыл ҡысҡырырға тотона. Ләкин ишетеүсе генә булмай.

Күрше хаҡы, тәңре хаҡы, тиһәләр ҙә, Руставели урамында йәшәүселәр бындай ут күршеләрҙән  зыян ғына күрә. Һатыуға сығарылған фатирҙарҙың хаҡы төшә, халыҡ күсенә башлай, бәғзеләрҙең  был тартҡылашыуҙарға йөрәге түҙмәй башлай.

Һәм, ниһайәт, тотош илгә яңғыраған низағҡа нөктә ҡуйылды. Радий Хәбиров төҙөлөш компанияһы менән дуҫлығын ҡорбан итеп халыҡ менән күрше йәшәүҙе хуп күрҙе.

Төҙөлөштө туҡтатып техниканы сығарыуға ике көн. Айҙар дауамында алып барылған эш һөҙөмтәһен ҡыҫҡа ваҡытта һүтә алырҙары икеле. Аҡсалар ҙа елгә оса, әммә был ҡәтғи саралар төҙөлөштө башлап һуңынан рөхсәт алырға күнеккән йүнселдәргә һабаҡ. Өҫтәүенә, ПСК 6 компанияһына төҙөлөшкә аҡса индереүселәр менән дә иҫәпләшергә тура киләсәк.

Ул арала Шота Руставели урамында байрам. Халыҡ ысын мәғәнәһендә Республика Башлығы ҡарарын ҙур шатлыҡ менән ҡабул итте. Артабан улар күршелә техника гөрһөлдәүе урынына балаларҙың шат тауышы яңғырарына ышана.

Фото №1 - Эште туҡтатырға һәм ике көн эсендә техника сығарырға

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ