«Өфөводоканал» ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре баш ҡала урамдарына сираттағы рейдҡа сыҡты. Маҡсат - ҡоҙоҡ люктары тирәләй аҫҡа киткән асфальт участкаларын йүнәтеү. Сөнки барлыҡҡа килгән соҡор автомобилдәр өсөн хәүефле булыуы ихтимал. Предприятие хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта люкты асып, ҡоҙоҡ эсендә урынлашҡан ҡоролмаларҙы тикшерә.
Етешһеҙлектәр асыҡланмаһа, фрезер ярҙамында кәрәкле участок ҡырҡып алына. Был техниканы ойошма былтырҙан алып һынай, ул асфальт ҡатламын тигеҙ итеп бысып алыу мөмкинлеген бирә. Артабан люк эргәһенә яңы асфальт түшәлә.
Әлфинә Килдейәрова.




