Башҡорт дәүләт университетында ике көн дауамында Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә

Социаль-иҡтисади практика һәм этноконфессиональ мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләү темаһына арналған фәнни мәктәптә илебеҙҙең 7 төбәгенән килгән белгестәр сығыш яһай.

Йәш этнополитологтар түңәрәк өҫтәлдә ҡанашасаҡ, сәйәси фильмдарҙы анализлаясаҡ, онлайн ссесияларҙа сығыш яһаясаҡ. «Башҡортостанда йәш этнополитолог мәктәбе» Рәсәй Президенты гранты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Өфөлә эшләйәсәк мәктәп-конференция биш йүнәлештә эш алып бара.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт университетында ике көн дауамында Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ