Әлеге минуттарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышы башланып тора. Көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә сығарыла. Улар араһында оло йәштәгеләргә капиталь ремонт өсөн льгота, үҫмерҙәргә шыйыҡ газ һатыуҙы тыйыу, көндөҙ “тыныслыҡ сәғәте” урынлаштырыу кеүек ҡанун проекттары бар.
Депутаттар шулай уҡ Премьер-министр вазифаһына Андрей Назаров кандидатураһын ҡарай. Конституцияға ярашлы, Башҡортостан Башлығы Республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына кандидат тәҡдим итә. Уны парламент хупларға тейеш.





