Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ғинуарҙан алып 9 меңдән ашыу янғын теркәлгән. Ут сығыуҙың төп сәбәбе йортта тәмәке тартыуға ҡайтып ҡала.
Ошо арҡала 73 кеше үлгән. Күптән түгел Шишмә районында баҡса йорто янып китеү арҡаһында 67 йәшлек ир-уҙаман вафат булған. Белгестәр әйтеүенсә, тәмәке тартыу сәбәпле ут сыҡҡан.





