Үҙенең программаһында ул халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртырға планлаштырыуы тураһында белдерҙе. Медицина, белем биреү сифатын яҡшыртырға, күберәк инвестиция йәлеп итергә, туризмды үҫтерергә планлаштырыла.
Яңы премьер-министр Башҡортостанды Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге итеү өсөн бөтә көсөн, белемен һәм һәләтен һаласаҡ”, тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Родина.
Андрей Назаровты премьер-министр вазифаһына Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Кандидатура бөгөн Башҡортостан парламенты ултырышында бер тауыштан хупланды. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Андрей Назаровҡа 50 йәш. Әлегә тиклем Башҡортостан хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары булды.





