Уның кандидатураһын Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Бынан тыш, көҙгө сессиялағы беренсе ултырыштың көн тәртибенә дүрт тиҫтәнән ашыу мәсьәлә сығарылды. Урындағы үҙидаралыҡ һәм ер мәнәсәбәттәре тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү халыҡ һайланыусыларында төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Пленар ултырышта ҡабул ителгән ошо һәм башҡа закон проекттары тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.
Һаҡланыу саралары ишек төбөнән үк башлана. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһына инеү өсөн тән температураһын үлсәтеү һәм химик матдәләр ярҙамында ҡулдарҙы эшкәртеү талап ителә. Хатта ҡул биреп һаулыҡ һорашыуҙы ла күптәр әлегә кисектереп торған. 26-сы пленар ултырыш иһә республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына Андрей Назаровтың кандидатураһын ҡарауҙан башланды. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, Андрей Назаров күптән федераль кимәлдәге фигураға әүерелде, әлегә вазифаһында ул ҡатмарлы иҡтисади бурыстарҙы атҡара.
Андрей Назаров иһә үҙ сиратында халыҡ һайланыусыларын башҡорт телендә сәләмләп, 2024 йылға тиклем күҙалланған эше буйынса программа менән таныштырҙы, һуңынан депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Барлыҡ сәйәси партияларҙың да фекерҙәре тыңланғас, беренсе вице-премьерҙың кандидатураһы тауыш биреүгә ҡуйылды. Һөҙөмтәлә 96 депутат Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры итеп Андрей Назаровты күреүгә үҙ ризалығын белдерҙе.
Яңы тәғәйенләнгән Премьер-министр башҡорт телен камил белмәһә лә, минең өсөн ул туған тел тип билдәләне. Уның әйтеүенсә, башҡорт теле әсә һөтө менән ҡанған һеңгән, шуға ла был тел инглиз теленә ҡарағанда ла яғымлыраҡ яңғырай, тине хөкүмәт етәксеһе.
Көҙгө сессиялағы беренсе ултырыштың көн тәртибенә дүрт тиҫтәнән ашыу мәсьәлә сығарылды, әлбиттә төп өлөшө республика закон проекттарын тикшереүгә ҡағылды. Шуларҙың береһе депутаттарҙа ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Әммә бар фекерҙәр ҙә тыңланғас, күпселек тауыш менән урындағы үҙидаралыҡ һәм ер мөнәсәбәттәре тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде.
Ултырышта «Республиканың айырым ҡануни акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты ла тикшерелде. Ул республикала көндөҙгө 1-ҙән 3-кә тиклем тынлыҡ сәғәтен индереүҙе күҙ уңында тота. Шулай экология һәм туризм мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Коронавирус пандемияһы менән бәйле, көҙгө сессиялағы тәүге ултырыш махсус режимда үтте. Депутаттар барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәне, улар социаль дистанцияны һаҡлау өсөн өс залға бүленеп эшләне.
Илдар Байбулатов.




