Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында экспедициялар үтә

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында экспедициялар үтә
Фото №1 - Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында экспедициялар үтә

Башҡорт дәүләт университетында республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында этнолингвокультурологик экспедиция ҡатнашыусылары осрашты. Был проект Башҡортостан Башлығы грантына башҡарыла.

Быға тиклем Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранттары һәм уҡытыусыларынан төҙөлгән бер-нисә төркөм Асҡын, Благовар, Ҡариҙел һәм Саҡмағош райондарында булған. Проект барышында 19 районда булыу күҙалланған. Экспедиция барышында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенсәлектәре өйрәнелә, ауыҙ-тел ижады өлгөләре яҙып алына. 

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ