Башҡорт дәүләт университеты студенты Алмаз Ибраһимов үҫемлектән пластмасс әйберҙәр эшләргә өйрәнгән

Киндерҙән пластик. Был асыш биоматериалдар эшләү йүнәлешендә ҙур алға китеш. Сөнки Башҡортостан студенты эшләгән пластик тиҙерәк тә серей етештереү процессы ла арзанға төшә. Үҫемлектән нисек итеп, синтетикананан ҡалышмаған , ниндәйҙер сифаттары буйынса хатта уҙҙырып ебәргән материал барлыҡҡа килгән? БСТ каналы хәбәрсеһе  Айнур Кәбиров ҡыҙыҡһынды.

Һәм был сифат төп күрһәткес. Яңы материалдың күпкә тиҙерәк сереүе оло ҡаҙаныш. Пластик әйберҙәрҙең йылдар буйы шул килеш һаҡланыуы ғәҙәти күренеш. Тап ошо хәҡиҡәт Алмазды асышҡа этәрә лә инде. Сереү процессына бирешмәү хәҙерге заманда оло проблема.

Сүп-сар хәҙер тере организмдар эсендә, һауала ла бар. Ҡалдыҡтарҙан океанда тотош утрауҙар барлыҡҡа килә. Шуға күрә проблема ҙур. Бик күптәр был турала һүҙ һөйләй, әммә береһе лә аныҡ эштәр эшләгәне юҡ. Шуға күрә тотонорға булдым.

Алмаз Ибраһимов, БДУ-ның 3-сө курс студенты

Уның асышы был донъяуи проблеманы хәл итеүгә ҙур аҙым. Сөнки биопластик эшләүҙә ул киндер ҡулланған. Ә был үҫемлек һөт әсеткеһенән алынған полимер менән ҡушылып ярайһы уҡ ҡаты, һығылмалы һәм бөтөнләй зарарһыҙ материал килеп сыға. Өҫтәүенә, был алым менән биометериал эшләү аналогтарынан  күпкә арзаныраҡ. Хатта, синтетик һауыттарҙы  ҡайтанан эшкәртеүгә ҡарағанда ла осһоҙораҡ килеп сыға. Ә зарарһыҙ әйберҙе ҡулланыу өлкәһе етәрлек.

Тәү сиратта экология мәсьәләһен хәл итеүгә ҡарамаҫтан, проект иҡтисади маҡсаттан барлыҡҡа килгән. Тонналап ятып ҡалған киндер ҡалдығынан файҙа сығарыу мөмкинлеге эҙләп Башҡорт дәүләт университетына Омск фермерҙары мөрәжәғәт иткән.

Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр бәлки был тиклем файҙа килтерербеҙ тип уйламағандыр ҙа. Был асыш бер юлы бер нисә проблеманы хәл итә. Беренсенән фермерҙар сүп-сарҙан арына.Сөнки киндер үҫтереүҙән ҡалдыҡтар байтаҡ. икесненән уны һатып аҡса ла эшләйҙәр. Ә иң мөһиме органик материалдарҙан эшләнгән пластиктан тәбиғәткә файҙа килтерелә.

Рәшит Фәрхетдинов, БДУ-ның биотехнология кафедраһы профессоры, биология фәндәре докторы

Биопластик сәнәғәт күләмендә әйләнешкә китһә был асыштан үҙебеҙҙең фермерҙарға ла табыш алыу мөмкинлеге бар. Сөнки полимерҙарға киндер генә түгел, һалам онтағын да ҡушырға мөмкин. Ә ул сеймал республикала етәрлек. Тонналап ерҙә ятып ҡала. Өҫтәүенә, серемәй ятҡан сүп-сар күплеге лә серей торған сеймал етештереүҙе тиҙләтер тигән өмөт ҙур.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт университеты студенты Алмаз Ибраһимов үҫемлектән пластмасс әйберҙәр эшләргә өйрәнгән
Башбат

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ