Радий Хәбиров Хәйбулла районында башҡарма власть органдары етәкселәре һәм муниципалитет башлыҡтары өсөн ойошторолған республика семинарында ҡатнашты.
Сарала төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле һорауҙар ҡаралды. Башҡортостан башлығы үҙ сығышында тәүге ярты йыллыҡта инвестициялар күләменең 9 процентҡа артыуын, шул уҡ ваҡытта киләһе йылдың ил өсөн иҡтисади яҡтан ҡатмарлы булыуын билдәләне. Был тәү сиратта, коронавирус пандемияһына бәйле. Сиргә ҡаршы көрәш дауам итә. Әле республикаға 40 дозанан торған тәүге вакцина килгән.
Радий Хәбиров Хәйбулла районына эш сәфәре барышында социаль объекттар төҙөлөшөн дә ҡараны. Әйтәйек, Аҡъярҙа 550 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Уның эргәһендә 140 балаға иҫәпләнгән интернат та буласаҡ. Әле төҙөлөш майҙанында ер эштәре башҡарыла, фундамент өсөн свайҙар ҡағыла.





