Башҡортостан Башлығы грантына Ғафури районында шишмәләр һәм Еҙем йылғаһы ярҙары төҙөкләндерелә

«Юлыҡ» урындағы үҙидара йәмәғәт ойошмаһы грант нигеҙендә тыуған ауылдарында экологик мәҙәниәтте һәм белемде арттыра. Зауыҡлы биләмәләр йылында барған үҙгәрештәр хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Ауылда күпселек йорттар үҙәкләштерелгән һыу үткәргескә тоташтырылған, әммә шуға ҡарамаҫтан, Айгүзәл Собханғолова кеүек  килендәр эсәр һыуҙы көйәнтәләп Мағаш шишмәһенән ташыуға өҫтөнлөк бирә. Шишмәнең эргә-тирәһен төҙөкләндерелгәндән һуң, һыуға йөрөү күпкә еңелләшкән. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм йәш килендәр элекке кеүек батҡаҡҡа бата-сума һыуға йөрөмәй хәҙер 

Башҡортостан Башлығы гранты нигеҙендә Юлыҡ ауылында Мағаш тауынан урғылып сыҡҡан шишмә яны төҙөкләндерелгән. Һыу улаҡҡа күберәк йыйылһын ҡар һәм ямғыр һыуҙары эләгеп буйраҡҡа әйләнмәһен өсөн ҡулсалар ултыртылған. Ошо шишмәлә һыу юлына килгән Гүзәл Яҡупова ла йәшлегенең онотолмаҫ миҙгелдәре менән бәйле изге урындың төҙөкләндерелеүенә шатлыҡ тойғолары кисерә.

Юлыҡ ауылы ир-егеттәре әбейҙәр сыуағының ҡоро, ҡояшлы көндәренең һәр көнөн һөҙөмтәле эш менән үткәрә. Май шишмәһендә лә тергеҙеү эштәре аҙна дауамында барған. Әйткәндәй, был Юлыҡтарҙың Грант сиктәрендә башҡарған икенсе ҙур проекты.

Юлыҡ ауылы оҫталарының тырышлығы менән көмөш һыулы Май шишмәһе башы бәләкәй ҡапҡа менән бикләнеп, матур эстетик төҫ аласаҡ.

Май шишмәһенең улағы ҡабыҡтан һәм буранан эшләнгән булған. Грант ярҙамында шишмә тирәһе танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ағастар ултыртылған, тирә-яғы кәртәләнгән. Ремонт эштәре лә  1-2 көндән тамамланырға тора.

Шишмәләрҙе тергеҙеү, Еҙем йылғаһы ярын таҙартыу, ағастар ултыртыу кеүек изге эштәргә ауылдаштарын «Юлыҡ» урындағы үҙидара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәхимйән Юлыҡов әйҙәй.Тынғыһыҙ, эшһөйәр ир-уҙаман ауылдаштарына бер-нисә йыл элек Рәсәй Президенты гранты нигеҙендә Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙарына обелискты реконструкцияларға ярҙам итте, спорт майҙансығында ла эштәр тамамланыу алдында.

Еҙем йылғаһы ярҙары ҡороған ағастарҙан, сүп-сарҙан таҙартылды. Яҡын көндәрҙә бушап ҡалған  был яландарҙа йәшел үҫентеләр ултыртыласаҡ Киләсәктә шулай уҡ яр буйҙары йыуылмаһын өсөн гидротехник эштәргә лә тотонмаҡсылар. Ауыл старостаһы Таһир Юлмөхәмәтов егеттәргә изге башланғыстарында ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.  

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы грантына Ғафури районында шишмәләр һәм Еҙем йылғаһы ярҙары төҙөкләндерелә

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ