Арт-Квадратта Спутник-ФМ радиостанцияһы журналистары

Ете айға һуҙылған пандемия шарттарында үҙ тыңлаусылары менән тик эфир тулҡындары аша аралашҡан популяр алып барыусылар бөгөн күҙгә-күҙ ҡарап осраша.

Осрашыуға килеүселәрҙе хатта, ямғырлы һалҡын һауа торошо ла ҡурҡытмаған. Сарала «Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсының танылған артистары тыңлаусыларға заманса йырҙарын яңғыратты. Бынан тыш, алып барыусылар татлы күстәнәс – сәксәк тә әҙерләгән. Арт-квадратта үткән байрамға килеүсе радиотыңлаусылар араһында заманса техника ла уйнатылды.

Иң тәүге шарт лотореяла ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә Спутник-ФМ каналына яҙылырға тейеш ине. Таһирбай, Лилиә Шакирова һәм Трофим Татарниковтан торған өс таған үҙ тыңлаусыларына онотолмаҫлыҡ һәм сағыу байрам кәйефе бүләк итте.

«Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсында ҡатнашыусылар ҙа был осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Был сәхнәлә улар үҙҙәренең һәләтен күрһәтә ала. Беҙ бөтәһен дә бында көтәбеҙ, ә кемдәр байрамға килеп өлгәрмәгән улар беҙҙе эфирҙан иртәгә таңғы алтыла тыңлай ала.

Трофим Татарников, «Спутник Фм» радиостанцияһы продюсеры

Гүзәл Борханова.