Иглин ерлегендә мәргән уҡсылар майҙан тотто

Бишенсе тапҡыр ойошторолған сара республика район-ҡалаларынан тыш, илдең төрлө төбәктәренән иллеләп ҡатнашыусыны бергә йыйҙы. Барыһы ла традицион милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. БСТ канаы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Тотош ил кимәлендә киң билдәлелек яулаған сара. «Мәргән уҡсы» фестивале тураһында хәбәрҙар булыуҙан бигерәк, ҡатнашырға теләүселәр  ңйылдан-йыл арта. Бишенсе ҡор был юлы Иглин ерлегендә үтте. Сара талаптарына ярашлы, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла традицион милли кейемдәрҙә килгән. Елән артынан ялтырап күренеп торған хәситә, француз яулыҡ. Уҡ-ян менән ҡоралланған ике тиҫтәләп гүзәл зат вәкиле араһынан Зөһрә Кинйәбаева ла бар.

Ҡатын-ҡыҙҙар көслө зат вәкилдәре менән бер рәттән ян тартып, сәпкә атты. Был күренешкә ҡарап, башҡорт халҡының данын арттырыусы Бәндәбикә, көрәштә бил бирмәгән Маянһылыу, тормош иптәше менән француздарға ҡаршы яуға сапҡан Аҫылбикә ише тип әйтеү һис тә артырыу булмаҫ. Һыбайлы килеш тә йәйәнән уҡ атыу ҡыҙҙар өсөн һис бер ни тормай.

Фестиваль бишенсе тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, сара тулыһынса формалашып бөткән тип әйтергә иртәрәк. Ул әле үҫеш юлында. Әле төп иғтибар аттар мәсьәләһенә йүнәлтелгән.

Юҡҡа ғына сираттағы фестивалде Иглин районының Ивано-Казанка ауылы ҡабул итмәне. Түмәр умарталыҡ киләһе йыл Башҡортостан ҡабул итәсәк Бөтә донъя фольклориадаһының бер майҙаны булыуы ихтимал.

Азат Ғәлиуллин.