Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында эсәр һыу проблемаһы тулыһынса хәл ителәсәк

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса киләһе йыл яңы насос станциялар төҙөлә. Шулай уҡ төньяҡ-көнсығыш микрорайонда яңы мәктәп сафҡа индереләсәк. Әле объектҡа нигеҙ һалына. Далалы төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Фермер Әмир Шәйәхмәтов 8 йыл орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Предприятие район хужалыҡтарын игендең элиталы сорттары менән тәьмин итә. Лабораторияла ҡаты һәм йомшаҡ бойҙайҙың ете тиҫтәнән ашыу төрө өйрәнелә. Шулай ҙа проблемалар ҙа юҡ түгел, кадрҙарға ҡытлыҡ бар, һынау участкаларында бар эш ҡул менән башҡарыла. Ҡеүәтле техника иһә ҡиммәт тора.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Урал аръяғында орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән берҙән-бер предприятие эшмәкәрлеге менән танышып, уны үҫтереү бурысын ҡуйҙы. Далалы төбәктә эшләүсе аграрийҙар һуңғы ике йылда ҡоролоҡҡа бәйле зыян күрһә, быйыл яуым-төшөмдөң күп булыуы уңыш күләмен кәметкән.

Район хужалыҡтары киләһе яҙ сәсеүгә орлоҡ менән тәьмин ителәсәк. Хәйбулла районында эсәр һыу мәсьәләһе лә киҫкен. Аҡъярҙағы насос станцияһы 1990 йылда төҙөлгән, ауыл халҡының ихтыяжын тулыһынса ҡапламай. Бөгөн алты скважинаның тик дүртәүһе генә  эшләй. Шуға йәйге осорҙа район үҙәгенең бер өлөшө эсәр һыуһыҙ ҡала. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә урында яңы насос станциялар төҙөү ҡаралған. Был проект 88 миллион 200 мең һум тәшкил итәсәк.

Район «Таҙа һыу» программаһында ҡатнашып та, эсәр һыу буйынса киҫкен мәсьәләне хәл итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Аҡъярҙың төньяҡ-көнсығыш микрорайонында ла булды. Биләмә 2009 йылда төҙөлә башлаған. Әле бында 240 урынлыҡ балалар баҡсаһы эшләй, былтыр «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә парк төҙөкләндерелгән. Республика етәксеһе урындағы халыҡ менән осрашып, уларҙы борсоған һорауҙарҙы ҡараны. Тағы ла бер мәктәпкәсә учреждение төҙөлөшөнә ихтыяж бар.

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы, быйыл йәй Аҡъярҙа 550 урынлыҡ мәктәп төҙөлә башланы, уның янында 140 балаға иҫәпләнгән интернат та буласаҡ. Әле төҙөлөш майҙанында ер эштәре башҡарыла, нигеҙ өсөн свайҙар ҡағыла.

Тиҙҙән ҡола яланда ике-өс ҡатлы биналар ҡалҡасаҡ. Мәғариф учреждениеһы төҙөлөшөнә яҡынса ярты миллиард һум аҡса йүнәлтелә

Объектты киләһе йыл августа сафҡа индереү ҡаралған. Бында күрше ауылдарҙан да килеп белем аласаҡтар. Республика башлығы Радий Хәбиров белем усағын полилингваль йүнәлештә асырға ҡушты. Бүребайҙа физкультура – һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Объект декабрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле каркасы йыйыла. 124 тонна металл килтерелгән.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөндә Бүребай тау-байыҡтырыу комплексы ла финанс ярҙам күрһәтә. Предприятие производство модернизацияһына ла баҫым яһай. Һуңғы ике йылда ғына был йүнәлешкә яҡынса миллиард һум аҡса йүнәлтелгән

Комбинат ҡалдыҡтарҙы рекультивациялауға ла ҙур иғтибар бүлә. Республика етәксеһе эш сфәре барышында предприятиеның экологик мәсьәләрҙе уңышлы хәл итеүен билдәләне

Предприятие райондың социаль иҡтисади үҫешендә әүҙем ҡатнаша, быйыл социаль объекттар төҙөлөшөнә 40 миллион һум аҡса бүленгән.

Фото №1 - Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында эсәр һыу проблемаһы тулыһынса хәл ителәсәк

Гөлназ Хәйбуллина.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ