Мостай Кәрим повесы буйынса төшөрөлгән картина “Нәфис фильм” һәм “Иң яҡшы балалар роле” номинацяиһында еңеү яуланы. “Сәхнәгә сығып бүләк алғанда ныҡ тулҡынландым. Беҙҙең эште таныуҙары өсөн рәхмәт”, - тип белдергән Йәмил ролен башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин.
Быйыл форум Севастополдә үтте һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Унда 20-нән ашыу дәүләт вәкилде ҡатнашҡан. Рәсәй, Япония һәм Сербия кино оҫталарының эштәре юғары баһа алған.






