Бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә газ үткәреү программаһы үтәлеше ҡаралды. 2018 йылдан алып 665 километрҙа газ торбалары һуҙылған, 29 меңдән ашыу йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташыу мөмкинлеге булдырылған. Бынан тыш, республикала айырым категорияға ҡараған граждандарға сертификат бирелә. Уның буйынса йортто газға тоташтырыу өсөн киткән сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана. Киләһе йылда был программа буйынса 200 миллион һум бүленә.
#оперативка #газофикация





