«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Ишембай районы Ишәй ауылында клуб төҙөкләндерелә

Капиталь ремонтҡа егерме миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ә бына Ҡанаҡай ауылында балалар баҡсаһы заманса төҫ алған. Мәктәпкәсә учреждениела биҙәкләү эштәре башҡарылған, инженер селтәрҙәре, мебель яңыртылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Йыр аша балалар баҡсаһының танымаҫлыҡ булып үҙгәреүенә һоҡланыу һүҙҙәре еткерелә. Кескәйҙәр оҙайлы тәнәфестән һуң ниһайәт, мәктәпкәсә учреждениеға йөрөй башлаған. Капиталь ремонт ярты йыл дауам иткән, төҙөкләндереүгә муниципаль ҡаҙнанан яҡынса ике миллион һум аҡса бүленгән.

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылы балалар баҡсаһы 1993 йылда төҙөлгән, быға тиклем унда тик косметик ремонт ҡына ойошторолған була. Учреждение хәҙер заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Бүлмәләр күпкә сағыуыраҡ, яҡтыраҡ һәм йылыраҡ. Тәрбиәселәр билдәләүенсә, ауылда йәш ғаиләләр күп, йылдан-йыл балалар һаны артыуы күҙәтелә.

Ыңғай үҙгәрештәрҙе ата-әсәләр ҙә ҡыуанып ҡабул иткән. Улар әйтеүенсә, сағыу төҫкә ингән балалар баҡсаһына балалар ҙа ашҡынып тора.

Ишәй ауылының мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында. Яңыртылған тамаша залында тәүге концерт 3 ноябргә планлаштырылған. Әле үҙешмәкәр коллективтар репетициялар ойоштора.

Мәҙәниәт йорто районда иң көслөләрҙән һанала. Бында “Хазина” халыҡ театры, бейеү коллективтары уңышлы эшләп килә. Йәш белгестәр ҙә күп. Һәр концерт тулы залдар менән үтә.

Йәштәр йыйыны булһынмы, һабантуймы – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар сараларҙы күңелен һалып ойоштора. Әйткәндәй, капиталь ремонт барышында клубтың тышҡы яғы Башҡортостан флагы төҫтәренә биҙәлә. Биләмә ҡойма менән уратыла. Бында хәҙер балалар уйын майҙансығы, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҙә бар.

Гөлназ Хәйбуллина