Өфөлә йәшәүсе ике йәшлек Әмирәгә ярҙам кәрәк

Ғүмер өсөн һәр көн ҡәҙерле. Өфөлә йәшәүсе ике йәшлек Әмирә ҡаты сирләй. Балала арҡа мейеһе мускулдары атрофияһы. Уның ғүмерен ҡиммәтле укол һаҡлап ҡала ала. 160 миллион һумдан ашыу торған Золгенсма препараты өсөн аҡса йыйыу башланған. Ирекмәндәр сабыйҙың хәленә иғтибар арттырыу өсөн автосәфәргә сыҡты.

Автоколонна баш ҡала урамдары буйлап, ғәҙәттә, байрам көндәрендә йөрөй. Был юлы ирекмәндәр Әмирәгә ярҙам йөҙөнән автосәфәргә сыҡты. Ҡыҙға ике йәш тулыуға бер аҙна ҡалғас ҡына уның ҡурҡыныс ауырыу менән сирләүе асыҡланған. Сабыйҙың сәләмәтлеге көндән-көн ҡаҡшай. Был процесты Золгенсма препараты туҡтата ала. 160 миллион һумдан ашыу торған дарыу өсөн әле 4 миллион һум тирәһе генә аҡса йыйылған.

Беҙ мөғжизәгә ышана алмайбыҙ. Укол бына хәҙер кәрәк. Һуң булыуы бар. Хәлебеҙгә инеүселәргә рәхмәтлебеҙ.

Юлиә Мостафина, Әмирәнең әсәһе

Ҡиммәтле уколды әле үк яһарға кәрәк, ти уның яҡындары. Өфөлә йәшәүселәр аҡса йыйыуҙы тиҙләтеү өсөн бергә йыйылды. Уларҙың иң бәләкәйенә һигеҙ йәш- Әмирәнең бер туған апаһы.

Башҡортостанда арҡа мейеһе мускулдары атрофияһынан интегеүсе өс бала ҡиммәтле препаратты лотореяға отҡан. Мостафиндарҙың ундай мөмкинлеге юҡ. Берҙән-бер өмөт – халыҡтан аҡса йыйыу.

169 миллион һум тирәһе аҡса талап ителә. Беҙ «Әсә һәм бала» фонды һәм автоклуб ярҙамында ошо сараны уҙғарырға булдыҡ. Бәлки, кемдер күреп ҡалып ярҙам ҡулы һуҙыр.

Ярослава Майяр, автосәфәрҙе ойоштороусы

Автомобилдәр баш ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте. Автомобилдәрҙә Әмирәгә ярҙам итергә теләүселәр өсөн реквизиттар йәбештерелгәйне. 160 миллион һум аҡсаны бергәләп йыйыу осраҡтары билдәле. Кескәй генә баланың оло бәләһенә битараф булмаған һәр кем хәйриәгә ҡушыла ала.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе ике йәшлек Әмирәгә ярҙам кәрәк
Башбат

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ