Күренекле башҡорт яҙыусыһы, драматург Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулды

Ошо уңайҙан Шаран районында юбилей саралары ойошторолдо.

Иң тәүҙә байрамда ҡатнашыусылар район үҙәгендә яҙыусы исемен йөрөткән урамда мемориал таҡта асты. Һуңынан Ереклелә «Һаумы, шишмәм!» тамашаһын ҡараны. Ибраһим Абдуллин бала сағында тап ошо шишмәнең һыуын һыулап, «Үҙ яғыма ҡайтһам» йырын ижад иткән, «Тиле йәшлек», «Айһылыуҙың айлы кистәре» һәм «Бажалар» кеүек күләмле пьесаларын ижад иткән. Был әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең классикаһына әйләнгән. Артабан ҡунаҡтар Ерекле клубы биләмәһендә Ибраһим Абдуллин аллеяһына 100 ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Йәшелләндереү акцияһынан һуң юбилей саралары «Йөрәк һүҙе» исемле әҙәби-музыкаль композиция менән дауам итте.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев үҙ сығышында Ерекленең донъяға ике оло шәхес – Ибраһим Абдуллин менән Зарема Әхмәтйәнованы үҫтергән ауыл булыуын билдәләне. Улар икеһе лә әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән. Юбилей саралары район мәҙәниәт йортонда кисә менән тамамланды. Концерт программаһы тамашасы күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Илдар Байбулатов.