Ул Рус география йәмғиәтенең 175 йыллығына арналған һәм төрлө йылдарҙа донъя күргән һирәк осрай торған китаптарҙы үҙ эсенә алған.
Әле үҙәк китапханаһының һирәк осраусы китаптар фондында 17 мең самаһы баҫма иҫәпләнә. Уларҙың бер өлөшө Рус география йәмғиәте ярҙамында нәшер ителгән. Баҫмалар араһында экспедициялар хеҙмәттәре, шулай уҡ йәмғиәт ағзаларының император дәүерендәге авторлыҡ китаптары бар. Белгестәр экспозицияны уникаль тип иҫәпләй. Сөнки улар әлегә тиклем киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарылғаны булмаған. Боронғо баҫмалар менән китапханаға килеп тә, онлайн да танышырға мөмкин.
Илдар Байбулатов.




