Башҡортостан мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры  актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Салауат улы Итбаевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Марс Салауат улы 1970 йылдың 21 ғинуарында танылған режиссер Салауат Итбаевтың ғаиләһендә донъяға килә.

Өфө дәүләт сәнғәт институтында Рифҡәт Исрафиловтың курсын тамамлаған. Диплом алғас та Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына эшкә ебәрелә. Сәхнәлә 30 йылға яҡын ижад итә. Мәрхүм Ейәнсура районында ерләнәсәк. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективы Марс Итбаевтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.