Йәш һөнәрмәндәр конкурсының флагын Башҡортостан башлығына бөгөн Мәскәүҙә Кемеров өлкәһе губернаторы тапшырҙы.
Быйыл Кемеров өлкәһендә ойошторолған финал ярыштары 130 компетенция буйынса уҙғарылды, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм донъяның 29 иленән өс меңгә яҡын йәш кеше үҙ көсөн һынап ҡараны. Чемпионат быйыл дистанцион һәм онлайн технологияларҙы үҙ эсенә алыуы менән үҙенсәлекле.
Еңеүселәр исемлегендә – Мәскәү, Татарстан, Кемеров һәм Мәскәү өлкәһе студенттары. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында, сараның флагын ҡабул итеп Башҡортостандың абруйлы конкурсты ҡабул итергә әҙер булыуын белдерҙе. Финал ярыштары өсөн республикала бер нисә объект сафҡа индереү ҙә ҡаралған. Башҡортостан сәнәғәт һәм аграр тармаҡ үҫешкән төбәк, чемпионатты лайыҡлы уҙғарыуға ышанабыҙ, тине Радий Фәрит улы.
Рәмзиә Кәримова.




