Өфөнөң Көнсығыш урамында йәшәүселәр бер быуат элек төҙөлгән күп фатирлы торлаҡта йәшәү өсөн шарттар уңайһыҙ булыуын билдәләй. Косметик ремонт күптән ойошторолмаған, һыу ҙа, канализация ла юҡ. Урамда яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылмаған. Баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендә күренмәгән «ҡара тап» хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Инвалид коляскаһын урамға сығарғандан һуң, Наталья Офий 16 йәшлек ҡыҙы артынан кире фатирына юллана. Йортта пандус юҡ. Шуға церебраль фалиждан яфаланған баланы күтәреп баҫҡыстан атлап төшөргә тура килә. Аҙнаһына кәмендә өс тапҡыр ҡаршылыҡтар аша саф һауаға йөрөргә сығалар. Проблема тиҫтәләрсә йылдар хәл ителмәй. Уңайһыҙ мөхит. Мөмкинлектәр ҙә сикле.
120 йыл элек төҙөлгән ағас йорт күп фатирлы һанала. Бында электр уты һәм газдан башҡа бер уңайлыҡ та юҡ. Документтар буйынса йөҙ процентҡа иҫкергән бина авария хәлендә тип танылмаған. Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан Көнсығыш урамында йәшәүселәргә колонканан һыу ташырға тура килә. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, был ҡулайлама күптән эшлектән сыҡҡан. Һыуҙы һүндереү ҙә ауырға төшә.
Төнгө ҡараңғыла фонарь менән йөрөргә тура килә. Урамда яҡтыртыу ҡоролмалары юҡ. Шулай уҡ электр селтәрҙәре лә иҫкергән. Бағаналар ауып бара, сымдар ағас араһында күренмәй. Ҡыҫҡа ялғаныш булһа, бәләне көт тә тор.
Йортҡа килгәндә, унда капиталь ремонт күптән уҙғарылмаған. Ҡыйығынан һыу аға. Бында башлыса өлкән быуын вәкилдәре йәшәй. Милекселәр билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа улар тик алғы ишектәрҙе генә алмаштыртыуға ирешкән.
БСТ каналының ижади төркөмө килгәндән һуң урындағы торлаҡ-файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре өй янындағы сүп-сар түгә торған соҡорҙо таҙартып, ағастарҙы ҡырҡҡан. Билдәле булыуынса, Көнсығыш урамы, 32-cе һанлы йорт 91 процентҡа иҫкергән. Ҡасандыр капиталь ремонт ойошторолоуы ла икеле.
Көнсығыш урамында йәшәүселәрҙең күбеһе тимер юлы станцияһында эшләгән, ике-өс ҡатлы йорт фатирҙары ике меңенсе йылдан һуң хосусилаштырылған. Техник паспорт буйынса бында һыуы ла, канализацияһы ла була. Әммә уңайлы шарттар тик ҡағыҙҙа ғына. Өлкән быуын вәкилдәре ыңғай үҙгәрештәргә өмөтләнә. Билдәле булыуынса, урамда яҡтартыу ҡоролмалары ҡуйыуға заявка күптән бирелгән.
Гөлназ Хәйбуллина.




