Иглин районынан 37 йәшлек ир террор ойошмаһында ҡатнашыуҙа ғәйепләнә

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы материалдарына нигеҙләнеп, Рәсәй тәфтиш комитеты идаралығының Иглин район-ара бүлексәһе осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Тәфтишселәр фекеренсә, ғәйепләнеүсе 2015 йылда суд ҡарары менән тыйылған «Минин һәм Пожарский халыҡ ополчениеһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенә ҡушылған. 2015-2017 йылдарҙа ойошманың әүҙем ағзаһы булған. Социаль селтәрҙә террор төркөмө өсөн ябыҡ элемтә каналдары булдырған. Уларға мәғлүмәт урынлаштырған, ойошмаға яңы ағзалар йәлеп итеү буйынса агитация алып барған. Тәфтиш комитеты идаралығы һәм Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәренең берлектә башҡарға эҙләү һәм тәфтиш саралары һөҙөмтәһендә ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Әле тикшереү бара, ғәйепләнеүсегә ҡарата сикләү сараларын ҡулланыу мәсьәләһе хәл ителә.

Фото №1 - Иглин районынан 37 йәшлек ир террор ойошмаһында ҡатнашыуҙа ғәйепләнә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ