Уртаҡ маҡсат. Берҙәм проекттар төбәктә асыласаҡ донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәк эшмәкәрлегенә нигеҙ һалыуҙа этәргес булыр тип күҙаллана. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө тикшереү үҙәге етәкселеге тәүгеләрҙән булып үҙ-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уртаҡ проект уҡыу йорттарының матди-техник базаһын файҙаланып, тәжрибә уртаҡлашырға, яңы кимәлгә күтәрелергә булышлыҡ итер тип көтөлә.
Флорида Ким.




